+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
8 Октябрь 2025, 09:00

Рухы шат булһын

Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың иң матур урындарының береһе булған Ғүмәр тарлауығында Илһам Иҫәнғолов иҫтәлегенә традицион яндан уҡ атыу буйынса турнир уҙҙы.

Рухы шат булһынРухы шат булһын
Рухы шат булһын

Унда Ишембай, Өфө, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Ғафури, Белорет райондарынан 50 бала ҡатнашты.
Турнирҙы асыу тантанаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған батыр егетебеҙ Илһам Илшат улын тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алдылар. Уның башҡарыуында һаҡланған йыр ҙа тыңланыҡ.
Геройҙың туғандары бөтә ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға, тамашасыларға тәмле һалдат бутҡаһыәҙерләгәйне.
Еңеүселәр ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде. Илһам Иҫәнғоловтың ата-әсәһенә, туғандарына турнирҙы ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Уларға сабырлыҡ теләйбеҙ. Илһамдың рухы шат булһын!

 

Алһыу ИҪӘНОВА.

Рухы шат булһын
Рухы шат булһын
Рухы шат булһын
Рухы шат булһын
Рухы шат булһын
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас