+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Октябрь 2025, 06:06

Һәр ваҡыт булһын ҡояш!

«Донъя – изгелек буяуҙары менән» һүрәттәр конкурсы иғлан ителгәс, тоғро дуҫтарыбыҙ уға әүҙем ҡушылды. Бәйге былтырғыға ҡарағанда ҡыҙыуыраҡ барҙы хатта.

Һәр ваҡыт булһын ҡояш!Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!

Гәзит уҡыусылар фекере


«Донъя – изгелек буяуҙары менән» һүрәттәр конкурсы иғлан ителгәс, тоғро дуҫтарыбыҙ уға әүҙем ҡушылды. Бәйге былтырғыға ҡарағанда ҡыҙыуыраҡ барҙы хатта. Әлбиттә, бында уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҙур роль уйнай: Терроризм­ға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнөң мөһимлеген аңлатмаһалар, синыфтарҙа әңгәмәләр үткәрмәһәләр, конкурсҡа рәсем төшөрөп ебәрергә әйҙәмәһәләр, ҡатнашыусылар әҙерәк тә булыр ине. Кемдәргәлер ата-әсәләре ярҙам иткән, уларға ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Фәнүзә Мырҙабай ҡыҙы Яҡупова, Бөрйән районы Ҡолғана мәктәбе уҡытыусыһы:
– Балаларға һәр ваҡыт терроризм тураһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Синыф сәғәттәрендә һаҡланыу сараларын, хәүеф янағанда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтеп торабыҙ. Былтырғы уҡыу йылында ошо тема буйынса район күләмендә үткән конкурстарҙа уңыштарыбыҙ ҙа байтаҡ: шиғыр һөйләүҙә Әҙилә Насирова – еңеүсе, Заһиҙә Яҡупова призёр булһа, һүрәттәр төшөрөүҙә Нәсимә Ғайсина I урын алды.
Нәсимә Ғайсина:
– Терроризмдың ҡурҡыныс икәнен иҫкәртеп тора уҡытыусыларыбыҙ. Сит кешеләр менән аралашмаҫҡа, уларҙың ҡулынан бер нәмә лә алмаҫҡа, ят әйбер­ҙәргә теймәҫкә кәрәклеген беләм. Бәләкәй генә ябай ручка ла ҡурҡыныс булыуы бар!
Эльмира Рәхмәтуллина:
– Терроризм башҡаларҙа ҡурҡыу той­ғоһо уятыу өсөн эшләнелә. Телевизор, интернет аша күрәбеҙ, беләбеҙ. Балаларҙың ғүмерҙәре өҙөлә, шуныһы бигерәк йәл...
Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова, Ауыр­ғазы районы Талбазы ауылындағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы:
– Балалар күпләп һәләк булған Беслан фажиғәһенә байтаҡ йылдар үтһә лә, ул ваҡиғалар бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ. Уҡыусыларға киҫкен хәлдәрҙә ни эшләргә, нисек үҙеңде яҡларға кәрәклеге тураһында синыф сәғәттәрендә һөйләйбеҙ.Бәләкәй генә булһалар ҙа, терроризмдың кеше ғүмеренә иң ҡурҡыныс һәм ҙур янауҙарҙың береһе икәнен улар яҡшы аңлай.
Киләсәктә илебеҙ тыныс булһын, бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр беҙҙең һәммәбеҙҙе урап үтһен, тип теләйбеҙ. Беҙ тик тыныслыҡ яҡлы!


Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «терроризм» һүҙе хәҙер гәзит-журналдарҙа, телевидение-радиола йыш ҡабатлана. Был ҡурҡыныс күренеш айырыуса һуңғы йылдарҙа күҙәтелә. Шуға беҙ барыбыҙ ҙа һаҡ, уяу булырға тейешбеҙ.
Ысынлап та, миңә был ҡағылмай, йәшәгән ерем тыныс, тип кенә йөрөргә ярамай шул. Ҙур ҡалала йәшәгәндәр өсөн бигерәк тә хәүефле инде. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, нимә һуң ул терроризм? Кешеләрҙе күпләп юҡ итеү маҡсатында эшләнгән акттар: шартлат­ҡыс һалыу, яндырыу, ҡоралдан атыу. Террористар береһен дә аямай: улар өсөн йәш кешеме, ҡартмы, баламы, ҡатын-ҡыҙмы – барыбер.
Донъялағы һуңғы хәлдәргә бәйле, беҙгә һәр саҡ уяу булырға кәрәк. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, балалар: халыҡ күп йыйылған урында хәҙер мобиль элемтә лә насар тота. Был енәйәтселәр үҙ-ара аралашып, яуыз пландарын тормошҡа ашыра алмаһын өсөн эшләнә. Тимәк, ҙур байрамдар, фестивалдәр ваҡытында 2-3 сәғәт интернетһыҙ ҙа түҙергә мөмкин, иң мөһиме – ҡорбандар булмаһын!
Ошондай урындарҙа, беренсенән, шикле кешеләргә иғтибар бирегеҙ. Ниндәйҙер әйберҙе ипләп кенә ҡалдырып киткәндәрен күрһәгеҙ, полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ. Улар бындай байрамдарҙа һәр саҡ бар.
Икенсенән, урамда йөрөгәндә таныш булмаған кешеләрҙән сумка-пакеттар алмағыҙ. Үҙегеҙҙекен дә яттарға ваҡытлыса ҡалдырмағыҙ.
Өсөнсөнән, ғәҙәттән тыш хәл тыуыу осрағына һәр ғаиләлә план булырға тейеш. Кәрәкле телефон номерҙары яҙыл­ған ҡағыҙ күренгән урында эленеп тор­һон. Ә ҡапыл эвакуация иғлан ителһә, иң кәрәкле әйберҙәр һәм документтар һалынған пакет янда булһын. Ғаилә ағзалары менән осрашыу урынын алдан уҡ билдәләп ҡуйығыҙ.
Дүртенсенән, ниндәй генә бинала булырға тура килһә лә, запас сығыу урындарын ҡарап, хәтергә һалып ҡуйыу мөһим.
Бишенсенән, күп ҡатлы йортта йәшәһәгеҙ, коридор, подъезда тиҙ генә сығып китер өсөн бер нәмә лә ҡамасауламаҫҡа тейеш.
Ә иң мөһиме – паникаға бирелмәҫкә!


Мәктәптә әсирлеккә алһалар...


Күрше Татарстанда 4 йыл элек булған ҡот осҡос хәлде оноторлоҡ түгел. 19 йәшлек егет ишараты үҙе белем алған гимназияға барып, ҡоралдан ут аса. 9 кеше һәләк була. Енәйәтсе тамсы ла үкенмәүен белдерә. Әле ул «Ҡара дельфин» төрмәһенә ғүмерлеккә тотҡонлоҡҡа ябылды.
Психикаһы ҡаҡшаған йә башҡа ауырыуы булған үҫмерҙәрҙең үҙ мәктәптәренә һөжүм итеү осраҡтары аҙ түгел. Быны улар йыш ҡына уҡыған ерендә синыфташтары тарафынан йәберләүгә дусар ителеүҙәре өсөн үс алыу теләге менән аңлата. Тик бындайҙарҙы барыбер тоталар, төрмәгә ултырталар йә урында юҡ итәләр.
Алла һаҡлаһын, террорист мәктәпкә баҫып инә ҡалһа, ни эшләргә һуң?
Һеҙҙе ҡотҡарғансы байтаҡ ваҡыт үтеүе бар. Иң мөһиме, аңла: һин яңғыҙ түгел, бөтәгеҙҙе лә иҫән-һау сығарырға тырышасаҡтар. Насар уйҙарға бирелмә: берәй китап йә фильм йөкмәткеһен иҫеңә төшөр, математиканан уйыңда ғына миҫалдар сис, белһәң, доға уҡы.
Баҫҡынсыларға ҡаршы бер нәмә лә әйтергә ярамай! Ҡаршылашмай ғына талап ителгәнде үтә. Киноларҙа самолётта беренсе тороп ҡысҡырған пассажирға ни булғанын күргәнең барҙыр...
Һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ оҙаҡ ваҡыт үткәрергә тура килеүе бар. Көсөңдө бөтөрмә.
Бинаға штурм башланғас, тәҙрә, ишек эргәһенән кит. Иң яҡшыһы – иҙәнгә ятыу. Был саҡта шартлау була ҡалһа, ҡурҡма, әгәр парта-фәлән аҫтында ҡал­һаң, ярҙам килгәнен көт. Ҡотҡарыусылар сәғәт һайын 1 минут тынлыҡ иғлан итә – ошо ваҡытта тауыш биреп ҡалырға кәрәк.


Һандар һәм факттар


Рәсәйҙәге һуңғы иң иҫтә ҡалған ваҡиғаларға күҙ һалайыҡ. Илебеҙҙә бындай фажиғәләр башҡа ҡабатланмаһын.
1995 йыл, 14 июнь. Ставрополь өлкәһендәге Будённовск ҡалаһына боевиктар һөжүм итә. 1 мең 600 кешене дауаханала бикләп тоталар. Ҡаршылашыусыларҙы шунда уҡ атып үлтерәләр. 129 кеше һәләк була.
1996 йыл, 16 ноябрь. Дағстандың Каспийск ҡалаһындағы 9 ҡатлы йортта шартлау яңғырай. 67 кеше үлә. Бында хәрбиҙәр ғаиләләре менән торған була.
1999 йыл, 19 март. Владикавказдың Үҙәк баҙарындағы шартлау 52 кешенең ғүмерен өҙә. Бомба картуфлы тоҡта була.
2002 йыл, 23 октябрь. Мәскәүҙәге театрға «Норд-Ост» мюзиклын ҡарарға йыйылған 900-ҙән ашыу тамашасы, актёр һәм хеҙмәткәр өс көнгә әсирҙә ҡала. Бөтә террорсыларҙы ла юҡ итәләр, тик 150-ләп кешене улар үҙҙәре менән алып китә.
2004 йыл, 6 февраль. Мәскәү метроһында шартлау. Бомбаны 20 йәшлек террорсы ҡуллана. Ундайҙар­ҙы, «смертник», тиҙәр. Үҙе лә алдан уҡ үлемгә әҙер була. Һөҙөмтәлә, 41 кеше шәһит.
24 август. Тула һәм Ростов өлкәләрендә бер юлы ике самолёт шартлай. Уларҙа ла «смертница»лар була.
1 сентябрь. Төньяҡ Осетия, Беслан. 1 мең 100 уҡыусы, ата-әсә, уҡытыусыны вәхшиҙәр өс көн буйы ҡот осҡос шарттарҙа тота. 333 кеше яҡты донъя менән хушлаша. Тап ошонан һуң Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө барлыҡҡа килде.
2009 йыл, 27 ноябрь. «Мәскәү – Санкт-Петербург» поезында теракт һөҙөмтәһендә 28 кеше үлә.
2011 йыл, 24 ғинуар. Террорсы үҙен аэропортта шартлата. Унан башҡа 36 кеше һәләк була. Әле яралыларҙы бер ҡайҙа ла телгә алманыҡ. Ә улар күп.
2015 йыл, 31 октябрь. Санкт-Петербургҡа осҡан самолёт шартлай. 217 ҡорбан. Бомбаны Мысыр аэропорты хеҙмәткәре йәшергәнен асыҡлайҙар.
2024 йыл, 22 март. Мәскәү өлкәһендәге «Крокус Сити Холл» концерт залында «Пикник» төркөмө сығышын ҡарарға йыйылыусылар тотҡонлоҡҡа эләгә. Йәнә 133 ҡорбан...
Был теракттарҙы ойоштороусыларҙың барыһы ла юҡ ителгән йә ҡулға алынған. Ҡайһылар үҙҙәре-үҙҙәрен шартлатҡан. Тик бына меңәрләгән ғүмерҙе кире ҡайтарып булмай шул. Һаҡ, уяу булайыҡ!

Иң-иңдәргә – бүләктәр

«Донъя – изгелек буяуҙары менән» һүрәттәр конкурсын тамамларға ваҡыт етте. Беҙ уны август айында – Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө алдынан иғлан иткәйнек. Редакцияға 40-лаған рәсем килде. Бигерәк тә ауыр­ғазылар, әбйәлилдәр, бөрйәндәр, архангелдар, тәтешлеләр, күмертауҙар әүҙемлек күрһәтте. Тотош синыф менән ҡатнашыусылар ҙа булды.
Архангел районы Ҡыҫынды ауылынан бер туған Илизә Салауатова, Илгинә һәм Илнара Кәримовалар маҡтауға лайыҡ. Улар конкурсҡа эштәрен иң беренсе булып ебәрҙе. Был ҡыҙҙарға махсус бүләк буласаҡ. Бар ҡатнашыусыларға ла электрон Почёт грамотаһы ебәреләсәк.
Ә инде призлы урындар алған иң яҡшы, мәғәнәле, сағыу һүрәт авторҙарын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
I урын – Карина Сементеева (Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе).
II урын – Розалина Мөхәмәтшина (Ауыр­ғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы), Алина Исламова (Әбйәлил районы, Яңы Балапан мәктәбе).
III урын – Эльмира Рәхмәтуллина (Бөрйән районы, Ҡолғана мәктәбе), Сынбулат Томаншин (Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей), Гөлиә Һатыбалдина (Сибай ҡалаһы, «Әкиәт» балалар баҡсаһы).
Йәнә Өфөләге 58-се лицейҙан Азалиә Вәхитоваға махсус бүләк бирергә ҡарар иттек.
Дуҫтар, бөтә һүрәттәр ҙә яйлап гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Йәш рәссамдарыбыҙға рәхмәт!

Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас