+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Октябрь 2025, 05:43

Шиғыр бәйгеһе үтте

Беҙҙең "Алтынай" балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған "Сәскә ат, Башҡортостаным!" шиғыр бәйгеһе булып үтте.

Шиғыр бәйгеһе үттеШиғыр бәйгеһе үтте
Шиғыр бәйгеһе үтте

Унда мәктәпкәсә йәштәге 24 бала үҙ-ара көс һынашты. Балаларҙың дәртле бейеүҙәре, йырҙары бәйгене тағы ла сағыуыраҡ итте. Ә инде байрамға тик зәңгәр экрандарҙан ғына күреп белгән Тыр-Тырҙың килеүе балаларҙы хайран ҡалдырҙы.

Һәр ҡатнашыусы бик етди әҙерләнгән. Шулай ҙа, бәйге булғас, еңеүсеһе лә була: Гран-приҙы мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Эльдан Ғиниәтов яуланы.

Балалар "Тирмә", "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Ат сабышы" уйындарын уйнап күңел дә астылар. Республикабыҙ көнөнә арналған сара барлыҡ балаларҙың "Иманлы ил" йырын башҡарыуы менән йомғаҡланды.

Киләсәк быуындың Башҡортостаныбыҙҙы данлап, ғорурлыҡ менән шиғыр һөйләүҙәре бик һөйөндөрә. Тыуған илебеҙҙе, еребеҙҙе һәм тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ, данлайыҡ. Олоһона ла, кесеһенә лә ихтирамлы булайыҡ, дуҫтар.

 

Ләйсән ФӘХРЕТДИНОВА.

Сибай ҡалаһы.

Шиғыр бәйгеһе үтте
Шиғыр бәйгеһе үтте
Шиғыр бәйгеһе үтте
Шиғыр бәйгеһе үтте
Шиғыр бәйгеһе үтте
Шиғыр бәйгеһе үтте
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас