+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Октябрь 2025, 05:11

Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре, һеҙҙе көтәбеҙ!

Һөйөнсө! “Йәншишмә” гәзите редакцияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә матурлыҡ бәйгеһе иғлан итә. Унда I – XI синыфта уҡыған егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Бәйгенең төп шарты – ҡатнашырға теләүселәр тышҡы матурлығы менән генә түгел, ә яҡшы уҡыуы, өлгөлө, батыр, әүҙем, уңған, кешелекле, әҙәпле булыуы менән дә башҡаларҙан айырылып торорға тейеш.

Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре, һеҙҙе көтәбеҙ!Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре, һеҙҙе көтәбеҙ!
Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре, һеҙҙе көтәбеҙ!

Конкурсҡа халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосы геройҙарының исемдәрен юҡҡа ғына ҡушманыҡ. Бәйге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуҙың 30 йыллығына арнала. Бөгөн башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары ата-бабалар рухына тоғро, тип ышанабыҙ. Уларҙың батыр, ҡыйыу, гүзәл, изге күңелле булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Илем, телем, ерем, һыуым, тип халыҡ өсөн янып йәшәһен йәш быуын!

Бәйгелә ҡатнашыр өсөн гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ошо иғлан аҫтына комментарий рәүешендә шәп егет йәки ҡыҙҙың милли кейемдә төшкән сифатлы фотоһын беркетеп, бәйгесе хаҡында яҙырға кәрәк. Уны ата-әсәһе, туғаны, уҡытыусыһы, дуҫы, әхирәте, йә булмаһа, башҡа берәйһе яҙып ебәреүе шарт.

Автор ҙа, бәйгесе лә https://vk.com/club45440006 һылтанмаһы буйынса “Йәшишмә” гәзитенә һәм https://vk.com/kurultaibashkir һылтанмаһы буйынса Бөтә донъя башҡорттары төркөмөнә яҙылырға тейеш.

Бәйге 11 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһы көнөндә башланып, 10 декабргә тиклем барасаҡ. 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, еңеүселәр Өфөлә бүләкләнә. Алдынғыларҙы һүрәткә ҡуйылған лайктарҙың һанына ҡарап асыҡларбыҙ. Иң күп “лайыҡ” йыйған өс егет һәм өс ҡыҙ еңеүсе тип билдәләнәсәк. Бының өсөн 2 декабрь тауыш биреү асыла. 10 декабрҙә 12.00 сәғәткәсә ҡуйылған лайктар һаны теркәләсәк, унан һуң ҡуйылғандар иҫәпкә алынмаясаҡ.

Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, “Йәншишмә” редакцияһының иҫтәлекле бүләктәре һәм Маҡтау ҡағыҙҙары көтә. Башланыҡ!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас