+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
23 Октября 2025, 09:17

Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы

Күренекле әҙиптәр ижадына арналған әҙәби-ижад конкурстары, фәнни-ғәмәли конференциялар республикабыҙҙың һәләтле уҡыусыларын асыҡлап ҡына ҡалмай, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, уларҙың телебеҙҙе яратҡан, ижадҡа ынтылған уҡыусыларын берләштереп тора. Улай ғына ла түгел, телде һаҡлауға, әҙәби мираҫыбыҙҙы өйрәнеүгә бик ҙур өлөш индерә бындай саралар. Уларҙы ойоштороусы белем усаҡтары етәкселеге, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ошо йәһәттән ҙур эш башҡара.

Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙыМостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы

Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара конкурсы быйыл 17-се тапҡыр үтте. Ул «Минең Мостай» (ижади проекттар), «Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн...» (иншалар, эсселәр, шиғырҙар) номинациялары буйынса ойошторолдо. Интернет-викторинала Татарстан Республикаһынан, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Һарытау, Һамар өлкәләренән, Ҡаҙағстандан да ҡатнашҡандар.

Шулай уҡ гимназияла «Беҙҙең өйҙөң йәме» квиз уйыны үткәрелде. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған быйылғы сарала алты команда ҡатнашты: «Аҡйондоҙ» (Ишембайҙағы Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы), «Дарман» (Өфө районының Шамонин мәктәбе), «Бикбай вариҫтары» (Өфө ҡалаһы Рауил Бикбаев исемендәге башҡорт гимназияһы), «Аҡ ҡылған» (Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 2-се мәктәп), «Зирәктәр» (Ҡырмыҫҡалы районы, Ефремкино мәктәбе), «Өс таған» (Өфөләге Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы). Командалар Мостай исеменә бәйләп үҙҙәре менән таныштырғас, көсөргәнешле ярыш башланды. Халыҡ шағирының тормош юлы, фронт йылдары, ижады, уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр, төшөрөлгән фильмдар – быларҙың бөтәһен дә яҡшы белеү талап ителде. Капитандар өсөн зирәклеккә, тапҡырлыҡҡа, тел байлығына ҡоролған уйындар ҙа булды. Һөҙөмтәлә Ишембай командаһы иң-иңе булып танылды. II урынды «Зирәктәр» менән «Өс таған» яуланы. «Дарман», «Бикбай вариҫтары», «Аҡ ҡылған» командаларына III урын бирелде. Ә командаларға һәм ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә бүләктәр шундай шәп ине! Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкино мәктәбе командаһын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Юлдашбаева әҙерләп алып килгән. Мәртәбәле саранан дәртләнеп, алдарына тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар алып ҡайтҡан улар.

– Беҙҙең командир – X синыфтан Нәркәс Мырҙаҡаева. Командала шулай уҡ X синыфтан Таңһылыу, Самира Джабарова, Азалия Абдрахманова һәм VIII-нән Зарема Мансурова. Ҡыҙҙар барыһы ла башҡорт теле дәрестәрен ярата, башҡорт теленә бәйле барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Башҡорт йырҙарын яратып башҡаралар. Тимур Ямалов, Ilgizmo, BABY Ti, Артур Кәбировтың бөтә йырҙарын да яттан беләләр, тип әйтеп була. Нәркәс –Башҡорт теленән төньяҡ-көнсығыш һәм Аҡмулла олимпиадалары призеры. Таңһылыу ҙа – Аҡмулла олимпиадаһы призеры, башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Самира, Азалия, Самира – күп төрлө фәнни-ғәмәли конференциялар еңеүселәре һәм призёрҙары, – ти Ефремкино мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Юлдашбаева.

Бүләкләү тантанаһы гөрләп үтте. «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижад конкурсына килгән иң яҡшы эштәр авторҙары Өфөгә халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова ҡатнашлығындағы бүләкләү тантанаһына саҡырылғайны. Уларҙы 158 -се башҡорт гимназияһы уҡыусылары шиғыр, йыр, бейеүҙәре менән тәбрикләне.

«Минең Мостай» номинацияһы буйынса Ғафури районы Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһының VII синыфынан Айзилә Фәхретдинова (етәксеһе – Эльвира Ҡунафина), Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғылағы 2-cе мәктәптән XI синыф уҡыусыһы Реана Шамилйәнова (етәксеһе – Гөлнара Мөхөтдинова) еңеүсе исеменә лайыҡ булды.

Был проектҡа педагогтар ҙа ижади эштәрен тәҡдим иткәйне. Баймаҡ районы Өмөтбай мәктәбенән Альбина Садыҡова I урын алды.

«Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн...» инша, эссе, шиғырҙар конкурсында Ырымбур өлкәһе Түлгән районы Аллабирҙе мәктәбенең IX синыфынан Аида Төркмәнова еңеүсе булып танылды. Етәксеһе – Сания Күҙбаева. Урыҫ телендәге иң яҡшы эштәр авторҙары – Өфө районы, Миловка мәктәбенең IX синыфынан Анастасия Золотенкова (етәксеһе – Лена Зөлҡәрнәева) һәм Асҡындағы 2-се мәктәптең X синыфынан Камилла Суфиянова (етәксеһе – Лиана Вәлинурова).

Һәр номинация буйынса иғтибарға лайыҡлы матур эштәр күп булды. Шуға ла унар уҡыусыға призлы урындар бирелде. Хәҙер уларҙың портфолиоларын Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының дипломдары биҙәй. Бына бит тырыш, әүҙем балалар ниндәй шәп бүләктәргә эләктерә! Ижадҡа ынтылған, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратып өйрәнгән һәләтле уҡыусыларҙы һәм, әлбиттә, уларҙың етәкселәрен ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Гөлназ Шәйхетдинова фотолары.

 

Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Мостай Кәрим ижадына һөйөү бергә йыйҙы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас