+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
24 Октябрь 2025, 04:34

Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!

Октябрь уртаһында балалар шағирәһе, яҙыусы, фольклорсы, тәржемәсе, педагог Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсинаның тыуыуына 75 йыл тулды. Ошо айҡанлы уның исемендәге шиғыр һөйләүселәр конкурсы иғлан иткәйнек. Ул бик ҡыҙыу барҙы – алтмышлап видеояҙма ҡабул иттек!

Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!

Ауырғазы, Әбйәлил, Йылайыр, Илеш, Өфө, Бөрйән, Ейәнсура, Фёдоровка райондарынан, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Туймазы ҡалаларынан уҡыу­сыларҙан да, әле мәктәпкә бармаған кескәйҙәрҙән дә эштәр килде. Шуға ла еңеүселәрҙе ике йәш төркөмөндә билдәләргә ҡарар иттек. Төп шарт, әлбиттә, ҡатнашыусының шиғырҙы һөйләү оҫталығы булһа, темаға тура килгән кейемгә лә, видеоны музыка, һүрәттәр менән байытыуға ла иғтибар бирелде.
Шулай итеп, мәктәп уҡыусылары араһында еңеүселәр: Аэлита АЛТЫНБАЕВА (Бөр­йән районы Иҫке Собханғол мәктәбе, етәксеһе – Әминә Ишмөхәмәтова), Илсур АБДРАХМАНОВ (Мәләүез ҡалаһындағы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы, Эльвира Ғәлина), Лиана РАФИҠОВА (Фёдоровка районы Яңы Яуыш мәктәбе, Тәзкирә Ғәлина), Айгөл НӘБИУЛЛИНА (Мәсетле районы Яңы Яуыш мәктәбе, Рәфилә Абдрахманова), Самира ХӘЛИСОВА (Әбйәлил районы Ишбулды мәктәбе, Вәсилә Ғүмәрова), Азалиә ФАЗДАЛОВА (Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәп, Фәнзилә Камалова), Таңсулпан ХӘСӘНОВА (Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбе, Гөлфинур Ильясова), Данис ЙӘЛИЛОВ (Ауыр­ғазы районындағы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы баш­ҡорт гимназияһы, Айгөл Һатлыҡова), Илмир ҠУЖАБАЕВ (Бөрйән районы Әтек мәктәбе, Әнүзә Ҡужабаева), Кәрим НУРҠАЕВ (Өфө ҡалаһындағы Гуля Королёва исемендәге 38-се мәктәп, Лилиә Солтанова), Эвелина НИЗАМЕТДИНОВА менән Әмир СӘ­ҒӘТДИНОВ (Туймазы ҡалаһындағы 2-се мәктәп, Гөлназ Йосопова).
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында иң оҫта шиғыр һөйләүселәр тип Айлина ВӘЛИЕВА (Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы, етәксеһе – Нурзилә Вәлиева), Сафия БУЛАТОВА (Сибай ҡалаһындағы «Ҡурай» балалар баҡсаһы, Гөлшат Хасаева), Әлимә АБДУЛЛИНА (Өфө районы Зубов ауылы, Гөләндәм Ишкинина), Зәлиә ШАХМӨХӘМӘТОВА (Сибай ҡалаһындағы «Алтынай» балалар баҡсаһы, Альбина Күсәбаева, Гүзәл Алсынова), Гөлмәрйәм ИШЕМҒУЖИНА (Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы, Флүрә Хәйруллина) һәм Әлимә ҒӘБИҘУЛЛИНА (Сибай ҡалаһындағы «Алтынай» балалар баҡсаһы, Ләйсән Ғәбиҙуллина) табылды. Ҡотлайбыҙ!
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ай дауамында электрон Маҡтау ҡағыҙы әҙер буласаҡ. Ә еңеүселәрҙе бүләктәр ҙә көтә! Барығыҙға ла рәхмәт, дуҫтарыбыҙ!

Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Иң шәп шиғыр һөйләүселәр билдәле!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас