+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
26 Октябрь 2025, 12:04

Иң көслө атайҙар ҡайҙан?

Өфөләге Республика инженер лицей-интернатының спорт майҙансығында Атайҙар көнөнә “Алға-Патриот" спартакиадаһы үтте. Унда 8 команда ҡатнашты.

Иң көслө атайҙар ҡайҙан?Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Иң көслө атайҙар ҡайҙан?

Көн йылы, тик бик томанлы ине. Был иң шәп, көслө, етеҙ атайҙар өсөн һис ҡамасау булманы. Төрлө бәйгеләрҙә ярышты улар. Республикабыҙҙың министрлыҡтары вәкилдәренән тыш, бер команда махсус хәрби операция яугирҙарынан төҙөлгәйне. Береһе лә һынатманы. Етмәһә, эргәлә иң яҡын кешеләре – ҡатындары, балалары дәрт биреп тора бит! Әйткәндәй, атайҙар ярышҡан арала кескәйҙәр ҙә тик ултырманы – викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биреп, тәмлекәстәр алып ҡыуанды.

Йомғаҡтарға килгәндә, призлы урындарҙы "Пульс" (БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы), "Айболит" (Ветеринария буйынса дәүләт комитеты), "Тиҙерәк! Юғарыраҡ! Көслөрәк!" (Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты) командалары яуланы. Сара ғаиләләрҙәге бәйләнеште нығытыу, балаларҙы шәхси өлгө менән тәрбиәләү һәм йәмғиәтебеҙҙе берҙәм, көслө итеү йәһәтенән әһәмиәтле булды.

Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Иң көслө атайҙар ҡайҙан?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас