

Төрлө спорт төрҙәренә ҡағылышлы рәсемдәр ҡабул итергә әҙербеҙ һеҙҙән. Бәлки, тап үҙегеҙ шөғөлләнгәнен төшөрөргә теләйһегеҙҙер. Йәки телевизор аша ҡарарға яратҡан ярыштарығыҙ барҙыр. Ғөмүмән, төрлө спорт төрҙәрен сағылдырған сағыу, сифатлы һүрәттәр көтәбеҙ!
Конкурсыбыҙҙың мотлаҡ шарты бар. Һүрәтен ебәргән уҡыусы 2026 йылдың беренсе яртыһына гәзитебеҙгә яҙылған булырға тейеш. Квитанцияғыҙҙы фотоға төшөрөп һалырға онотмағыҙ. Фамилия, исем, район, мәктәпте яҙырға һәм телефон номерығыҙҙы ла күрһәтергә кәрәк булыр. Башланыҡ! Ҡатнашыусыларҙы бүләктәр көтә.