+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
12 Ноябрь 2025, 10:24

Бүләкләү тантанаһы үтте

Рәсимә Ураҡсина исемендәге шиғыр һөйләүселәр конкурсын йомғаҡланыҡ. Еңеүселәрҙе йыйып алдыҡ, ниһайәт!

Бүләкләү тантанаһы үттеБүләкләү тантанаһы үтте
Бүләкләү тантанаһы үтте

Ике тиҫтәгә яҡын еңеүсенең барыһы ла килә алмаһа ла, алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән бәләкәстәргә, уларҙың ата-әсәләренә ҙур рәхмәт! 

Әйткәндәй, конкурста 70-ләп бала ҡатнашты. Бөтә район-ҡалаларҙы ла һанап бөтөү мөмкин түгел. Бөрйән, Ауырғазы, Әбйәлил, Фёдоровка райондарынан, Сибай ҡалаһынан айырыуса әүҙемлек күрһәттеләр. Шуға ла еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы.

Ҡунаҡтарҙы гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов һәм «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй йәмғиәт-дәүләт ойошмаһы региональ бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина сәләмләне. Кескәйҙәр әҙерләнеп килгән, шиғырҙар һөйләнеләр. Бүләктәр тапшырылғас, күмәкләп фотоға ла төштөк. 

Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, артабан да бергәләп конкурстар ойоштороп торорға кәрәк, тип белдерҙе. Ә һеҙ, дуҫтар, ҡатнашып тороғоҙ, йәме! 

Бүләкләү тантанаһы үтте
Бүләкләү тантанаһы үтте
Бүләкләү тантанаһы үтте
Бүләкләү тантанаһы үтте
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас