+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
18 Ноябрь 2025, 11:11

Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре...

Шулай тип аталған конкурсыбыҙҙың ҡатнашыусылары менән таныштыра башлайбыҙ! Беренсе һылыуҡайыбыҙ - Диана Теләүсина!

Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре...Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре...
Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре...

Конкурсҡа әсәһе яҙып ебәргән. "Диана Сөнғәт ҡыҙы йәмле Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең VI "А" синыфында тик "бишле" билдәләренә генә уҡый. Өс йәшенән шиғырҙар ятлап, бик күп конкурстарҙа еңеүгә өлгәште. Мәктәптә генә түгел, район, республика интернет-конкурстарҙа ла еңеү яуланы. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса IV синыфта районда II урын алды. Былтыр "Йәншишмә" гәзитенең йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булды. Китаптар уҡырға, бейергә ярата. Мәктәбебеҙҙең "Гөрләүек" ансамблендә шөғөлләнә. Уңыштар теләйем ҡыҙыма", - тигән ул. Лайыҡлы конкурсант!

Шарттарҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. 

“Йәншишмә” гәзите редакцияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә матурлыҡ бәйгеһе иғлан итә. Унда I – XI синыфта уҡыған егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Бәйгенең төп шарты – ҡатнашырға теләүселәр тышҡы матурлығы менән генә түгел, ә яҡшы уҡыуы, өлгөлө, батыр, әүҙем, уңған, кешелекле, әҙәпле булыуы менән дә башҡаларҙан айырылып торорға тейеш.       

Конкурсҡа халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосы геройҙарының исемдәрен юҡҡа ғына ҡушманыҡ. Бәйге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуҙың 30 йыллығына арнала. Бөгөн башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары ата-бабалар рухына тоғро, тип ышанабыҙ. Уларҙың батыр, ҡыйыу, гүзәл, изге күңелле булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Илем, телем, ерем, һыуым, тип халыҡ өсөн янып йәшәһен йәш быуын! Бәйгелә ҡатнашыр өсөн гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ошо иғлан аҫтына комментарий рәүешендә шәп егет йәки ҡыҙҙың милли кейемдә төшкән сифатлы фотоһын беркетеп, бәйгесе хаҡында яҙырға кәрәк. Уны ата-әсәһе, туғаны, уҡытыусыһы, дуҫы, әхирәте, йә булмаһа, башҡа берәйһе яҙып ебәреүе шарт. Автор ҙа, бәйгесе лә https://vk.com/club45440006 һылтанмаһы буйынса “Йәшишмә” гәзитенә һәм https://vk.com/kurultaibashkir һылтанмаһы буйынса Бөтә донъя башҡорттары төркөмөнә яҙылырға тейеш.

Бәйге 11 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһы көнөндә башланып, 14 декабргә, Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк. Алдынғыларҙы һүрәткә ҡуйылған лайктарҙың һанына ҡарап асыҡларбыҙ. Иң күп “лайыҡ” йыйған өс егет һәм өс ҡыҙ еңеүсе тип билдәләнәсәк (14 декабрҙә 12.00 сәғәткәсә ҡуйылған лайктар һаны теркәләсәк, унан һуң ҡуйылғандар иҫәпкә алынмаясаҡ). Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, “Йәншишмә” редакцияһының иҫтәлекле бүләктәре һәм Маҡтау ҡағыҙҙары көтә. 

Әле һуң түгел. https://vk.com/wall-45440006_64611 һылтанмаһы аша үтеп, конкурсҡа фото һәм мәғлүмәт ебәрергә була.

Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре...
Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре...
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас