+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
19 Ноябрь 2025, 04:55

Гөлназға уңыштар!

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы менән таныштырабыҙ.

Гөлназға уңыштар!Гөлназға уңыштар!
Гөлназға уңыштар!

Гөлназ Алмаз ҡыҙы Манапова Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең VI синыфында тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Балалар баҡсаһынан алып район, республика, бөтә Рәсәй конкурстарында призлы урындар ғына яулай. Ике йыл рәттән "Башҡортостан таланттары" тип аталған ил кимәлендәге конкурста (ижад йүнәлешендә) 1-се урын алды. Кескәй саҡтан "Урал батыр" эпосын ятлап, яңғыҙ башҡарыусылар араһында ла, сәхнәләштереүҙә лә Һомай ролендә тәүге урындарға лайыҡ була.

Мәктәптән тыш төрлө сараларҙа ла ҡатнашып өлгөрә Гөлназ. "Аҡбузат" журналы ойошторған "Мин - йәш Шәһитсе"  медиамәктәбендә уҡып, БСТ каналының тура эфирында ҡатнашыу мөмкинлеге лә тап уға бирелде. Ҡулына таныҡлыҡ алып ҡайтҡас, Балалар ижады үҙәгендә йәш хәбәрсе булып та сығыш яһай. Шулай уҡ шахмат, ҡумыҙ, бейеү түңәрәктәренә лә йөрөй. Ошо йүнәлештәр буйынса үткәрелгән зона ярыштарында бик күп призлы урындар яулай. Бар яҡтан да тырыш ҡыҙыбыҙға ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Венера МАНАПОВА.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас