+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
19 Ноябрь 2025, 11:00

Сынбулат ныҡ ҡыуанды

Гәзитебеҙ ойошторған «Донъя – изгелек буяуҙары менән» һүрәттәр конкурсында Сынбулат Томаншин III урын яулағайны.

Сынбулат ныҡ ҡыуандыСынбулат ныҡ ҡыуанды
Сынбулат ныҡ ҡыуанды

Ул – Баймаҡтағы 4-се лицейҙың IV «Б» синыфы уҡыусыһы. Малай һүрәт төшөрөргә ярата. Өйгә бирелгән эштәрен дә тырышып башҡара.
– Бүләк өсөн ҙур рәхмәт. Ҡалай матур ғына! Синыфташтарыма ла тотоп ҡарарға бирермен әле. Минең атайым махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Был еңеүемә ул да ныҡ һөйөнөр инде. Беҙ әсәйем менән икәүләп уға ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә еткереп торабыҙ. Тиҙерәк атайым еңеү яулап, имен-һау өйөбөҙгә ҡайтып ин­һен ине, — ти ул.
Сынбулаттың изге теләктәре фәрештәнең «Амин» тигән сағына тура кил­һен! Уны беҙ ҡыуандырып ҡайттыҡ әле.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас