

Сара Шашка королеваһы, Аҡ шашка һәм Ҡара шашка персонаждары менән танышыуҙан башланды. Уйынсыларҙы балалар баҡсаһы мөдире Р. А. Рәхимғолова сәләмләне. Судья З. А. Зөбәйеров булды.
Һәр команда 5 партия уйнаны. Был ауыр ғына булды, әммә бер кем дә бирешергә теләмәне. Бындай саралар ғаилә бәйләнештәрен нығыта, балалар өлкән быуындан үрнәк ала, ә ҙурҙар уларға һынауҙарға ҡаршы торорға өйрәтә.
Еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:
I урын – Иҫәндәүләтовтар ғаиләһе, II урын – Сибаевтар, Маликовтар, ә III урында Ильясовтар, Хәйҙәровтар һәм Рәхмәтуллиндар.
Гөлсиә БИКМЫРҘИНА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһы.