

Фестиваль үҙ эсенә йәнә "Әсә һәм ҡыҙ", "Башҡортостан гүзәле", "Топ-модель", "Көнсығыш һылыуҡайы", "Башҡортостан милли матурлығы", "Уҡыу алдынғыһы", "Леди камиллыҡ" бәйгеләрен ала.
– Конкурс инде етенсегә ойошторола, – ти уның етәксеһе Зарина Йәнбирҙина. – Йыл һайын беҙгә матур-матур ҡыҙҙар килә. Быйыл Ҡарһылыуҡай тажын кем кейер икән?
Һәр ҡыҙ сибәр, шәп, талантлы булып сыҡты. Бейеүгә, йырға маһирҙар, ҡул эштәренә оҫталар, һүрәт төшөрөргә яратыусылар ҙа бар ине. Күптәре моделлинг менән шөғөлләнә, төрлө республика, хатта Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа призлы урындар яулап өлгөргән. Шуға һәр Ҡарһылыуҡай еңеүгә лайыҡлы, тиергә була ине.
Жюри хөкөмөнә үҙең менән таныштырыу, Яңы йылға теләктәр һәм ижади конкурс тәҡдим ителде. Ял ваҡытында “Һомай-Урал аръяғы” модель студияһынан кейем өлгөләре күрһәтелде.
Кескәйҙәр төркөмөндә һәр ҡатнашыусы грамота, бүләк алып һөйөндө. Ә ҙурҙар араһында ярыш етди булды. Һөҙөмтәлә, еңеүсе исеменә һәм төп приз – айфонға Әбйәлил районы Озёрный ауылынан Данилина Кузиәхмәтова лайыҡ, тип табылды. Ул бейеү, вокал һәм еңел атлетика менән шөғөлләнә. 17 йәшлек ҡыҙ бик күп матурлыҡ конкурстары еңеүсеһе булырға ла өлгөргән. Киноларҙа төшкәне бар. Данилина ихласлап инглиз һәм ҡытай телдәрен өйрәнә. Ә иң яратҡан шөғөлө – дизайн. Үҙенең “Рух” милли коллекцияһы менән жюри ағзаларын да, ҡунаҡтарҙы ла һоҡландырҙы. Киләсәктә ҙур сәхнәләрҙә күрербеҙ әле уны!
Арина Ташбулатова – Өфө ҡыҙы. Рәсәй Геройы Анатолий Сафронов исемендәге 78-се мәктәптә белем ала. Диңгеҙ пехотаһы үҙәгендә кадет та ул, вице-сержант званиеһында. Арина “Бурыс һәм намыҫ” билдәһе менән бүләкләнгән. Гел “бишле”гә өлгәшә, төрлө олимпиадаларҙа һынатмай. Бал бейеүҙәре менән шөғөлләнә, художество мәктәбендә лә уҡый. Иҫ киткес, барыһына өлгөрә! Ул архитектор булмаҡсы. Жюри ағзаларының береһе – Ҡарлуғас Дүшәнбаева Аринаны үҙ киностудияһына бер йыллыҡ сертификат менән бүләкләне.
Йәнә Таңсулпан Хашимова барыһын да әсир итте. Әбйәлил районы Шәрип ауылы ҡыҙы модель һөнәре менән яңы ғына ҡыҙыҡһына башлаған, әммә үҙен сәхнәлә шул тиклем килештереп тота, кескәй әртисме ни! Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙсыҡ Буранғол мәктәбенең IV синыфында белем ала. “Йыл уҡыусыһы” исеме уға юҡҡа бирелмәгән. Ныҡ әүҙем бала, төрлө олимпиадалар, конкурстар, мәктәптәге саралар унһыҙ үтмәй икән. Таңсулпан йырлай, бейей, синтезаторҙа уйнай, рәсемгә оҫта, еңел атлетика менән шөғөлләнә. Иң ҙур теләге – илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, шуға ла йыш ҡына махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам йыйыу пункттарына барып, әйберҙәр тапшыра. Тап Таңсулпан Мәскәүҙә үтәсәк Ҡарһылыуҙар конкурсында республикабыҙ данын яҡлаясаҡ.
Бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙың күптәренең исемен беҙ тағы ла ишетәсәкбеҙ әле. Уңыштар һеҙгә!
Автор фотолары.