+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
26 Ноябрь 2025, 07:47

Гел призлы урындар яулай

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" конкурсынынң сираттағы ҡатнашыусыһы – Ислам Әхмәтов.

Гел призлы урындар яулайГел призлы урындар яулай
Гел призлы урындар яулай

Ислам Иглин районының 5-се мәктәбендә беле ала икән. III "В" синыфында уҡый. Матур холоҡло, тырыш малай.

9 ғына йәш булыуына ҡарамаҫтан, инде уҡыуҙа ла, спортта ла яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Беренсе синыфтан уҡ район кимәлендәге төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, тик почетлы урындар ғына яулай. "Урал батыр" эпосын башҡарыусылар, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурстарында еңеүгә өлгәшеүе менән барыһын да һоҡландырған.

Ислам шахмат менән ҡыҙыҡһына, уның серле донъяһына ғашиҡ. Өйҙә ата-әсәһенең иң яҡын ярҙамсыһы, уларға һәр эштә терәк һәм таяныс булып тора. Исламға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!

Гел призлы урындар яулай
Гел призлы урындар яулай
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас