

Конкурсҡа уның хаҡында әсәһе яҙып ебәргән.
"Азалина ҡыҙым - аҡыллы, зирәк, тырыш, аралашыусан, изге күңелле ҡыҙыкай. Үҙе бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында, республикала һәм Бөтә Рәсәй буйлап ойошторолған 22 гүзәллек һәм таланттар бәйгеһендә ҡатнашып, шуларҙын 16-һында еңеүсе булып та өлгөрҙө.
Азалина ҡыҙыма “Рәсәйҙең милли матурлығы” Бөтә Рәсәй гүзәллек, сәнғәт һәм ижад фестивале амбассадоры титулы бирелде, шулай уҡ уны “MIXiCO” брендының амбассадоры һәм “Башаватар” фотопроектының символы итеп һайланылар.
Азалина “Өфө” спорт клубына бейергә, мәктәптә ойошторолған “Аҡйондоҙ" студияһына ижади яҡтан үҫергә һәм “Тамыр” вокал студияһына йырларға йөрөй. “Тамыр” үҫмерҙәр һәм балалар телеканалының “Тирмәкәй” тапшырыуында алып барыусы ла булғаны бар. Шулай уҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә, инглиз телен белергә тырыша, робототехника түңәрәгенә йөрөй.
Быйыл Азалина ҡыҙым “Рәсәйҙең милли суперйондоҙо” Бөтә Рәсәй таланттар конкурсында “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп, Гран-при яуланы. Өфө ҡала округы хакимиәте булышлығында үткән йәш дизайнерҙар бәйгеһендә ҡатнашып, үҙенең “Һомайҙың йондоҙҙары” күлдәктәр коллекцияһын тәкдим иткәйне, “Милли кейемдең ижади продюсеры” номинацияһында Гран-приға лайыҡ булды.
Киләсәктә Азалина ҡыҙым үҙен тыуған яғының лайыҡлы гражданы һәм патриоты итеп күрә, Башкортостаныбыҙҙың сәскә атыуы өсөн хеҙмәт итергә тырышасак, Алла бирһә!"