

Сәсәнлек һәләте уның күңеленә бәләкәй сағынан һеңгән. Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ ,,Урал батыр" эпосы менән ҡыҙыҡһына. Район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Урал батырҙың тәүтөйәге - Бөрйәндә үткән эпосты яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, номинация алып ҡайта. Сибай ҡалаһында уҙғарылған "Урал балалары тауышы" бәйгеһендә өс йыл рәттән ҡатнашып икенсе һәм беренсе урындарҙы яулай.
Батырхан ,,4" һәм ,,5" билдәләренә генә өлгәшә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, гел беренселекте яулай.
Өйҙә ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы, ныҡлы терәк. Батырхан - Урал батырҙың васыятын йөрәге түрендә йөрөтөүсе, халҡыбыҙҙың рухиәтен үҫтереүсе рух һаҡсыһы ул. Хәйбулла районы Әбубәкер ауылы егете хәҙерге вакытта Аҡьяр тау колледжында II курста уҡып йөрөй. Унда бейеү менән шөғөлләнә, шулай уҡ башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа, шиғыр конкурстарында ҡатнаша. Мәҙәни сараларҙы алып барыусы ла.