

Уҡыу буйынса ғына түгел, бар яҡтан да өлгөлө ул: район, рҽспублика кимәлендә үткән конкурстарҙа, спорт ярыштарында бик әүҙем ҡатнаша. Грамоталары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары күп. 2023 йылда районда уҙған йәш сәсәндәр бәйгҽһҽндә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләп, бҽрҽнсҽ урын яуланы. Ә ғаилә менән спорт ярыштарында гел призлы урындар яулайҙар икән.
Йәнә Дания гитара, флейта, вокал түнәрәктәрҽнә лә йөрөргә өлгөрә. Дзюдо менән шөғөлләнә. "Ҡыҙыбыҙҙы яратабыҙ, ғорурланабыҙ, уңыштар тҽләп ҡалабыҙ!" - ти ата-әсәһе.