+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
1 Декабрь 2025, 12:03

Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй

Асия Игебаева - Баймаҡ районы Күсей ауылы ҡыҙы.

Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәйМәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй
Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй

Ул етенселә белем ала. Аҡыллы, тыйнаҡ, йыйнаҡ, тырыш, мөләйем ҡыҙ ул Асия. Мәктәп тормошонда ла, ауыл сараларында ла әүҙем. Иң яҡшы уҡыусылар рәтендә. Төрлө конкурстарҙа тик призлы урындар ала. Бейергә, шиғыр һөйләргә, һүрәт төшөрөргә ярата. "Урал батыр" эпосын һөйләп еңеүселәр рәтенә сыҡты. "Һомай" һылыуҡайҙар конкурсында Гран-при яуланы.

Өйҙә Асия - һеңлеһенә өлгөлө апай, һәр яҡлап ярҙамсыл. Дуҫтары ла уны яҡын күреп, ихтирам итеп торалар.

Ауылдың "Ынйылар һәм тәңкәләр" түңәрәгендә шөғөлләнә Асия. Һәр бейеүҙә солист булараҡ сығыш яһай. Яҙышырға ла әүәҫ: "Аманат" журналында мәҡәләләре баҫылып тора. Юлай Мәҡсүтовтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған китапта ла Асияның мәҡәләһе донъя күргән. "Ҡыҙым менән ғорурланам", - ти әсәһе.

Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй
Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас