

Бәләкәй саҡтан бейергә ярата, мәктәптә генә түгел, ауылдың, райондың төрлө сараларында әүҙем ҡатнаша. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа тик призлы урындар яулай, күп диплом, грамоталарға лайыҡ. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөнРәхмәт хаты ла алды. Мәктәптең Шамонин ауылы асҡан "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеү ансамблендә бейей, ауыл клубында асылған "Хыял" башҡорт милли ҡоралдары ансамблендә ҡумыҙҙа уйнай, тәмле бешерергә ярата, һүрәттәр ҙә төшөрә. Бик итәғәтле, ярҙамсыл, рухлы булып үҫеп килә.