

Бәләкәйҙән спорт ярата. Футбол, хоккей уйнарға әүәҫ. Әлеге мәлдә волейбол түңәрәгенә яратып йөрөй. "Салауат Юлаев" хоккей командаһы көйәрмәне. Бер уйын да Тимурһыҙ үтмәй. Бик күп мәктәп, ҡала, республика кимәлендә үткән конкурстар, ярыштар еңеүсеһе. Алдына алғанды ҡуймай был егет. Тырышып "Урал батыр" конкурсына әҙерләнгән һәм еңгән, шулай уҡ "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы призеры булған. Атаһы менән әсәһенең ҙур ярҙамсыһы, һеңлеһенең ныҡлы терәге. Буш ваҡытында китап уҡый, спорт менән шөғөлләнә, ата-әсәһенә ярҙам итә. "Аҡыллы, талантлы, тырыш улыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Уңыштар теләйбеҙ!" - ти яҡындары.