

Мәктәптә , районда, республикала үткән шиғыр бәйгеләрендә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, һүрәт конкурстарында әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулай. Мәктәптәге барлыҡ саралар ҙа унһыҙ үтмәй. Бик егәрле ҡыҙ ул Алтынай, ата-әсәһенең да алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә лә.
Алтынай - Степановка ауыл китапханаһының әүҙем уҡыусыһы, шулай ук бер сараһын да ҡалдырмай ҡатнашып килә. Бар яҡлап та килгән, аҡыллы ҡыҙға был бәйгелә лә уңыштар юлдаш булһын!