

Тырыш, ярҙамсыл малай ул. Уҡыу буйынса ғына түгел, бар яҡтан да өлгөлө: район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡурай, шахмат менән шөғөлләнә. Бейеүгә йөрөй. Бөтә ерҙә еңеүҙәр яулап ҡына тора.
Руслан быйылғы уҡыу йылын да III урын менән башлап ебәргән: Республика көнөнә бағышланған "Край поющих журавлей" конкурсында ҡатнашҡан. Әсәһе: "Улыма уңыштар, һәр ваҡыт беҙҙе ҡыуандырып, яңы үрҙәр яулаһын, һеңлеһенә лә өлгө, терәк булһын", - тип яҙа.