+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
2 Декабрь 2025, 10:25

Барабансылар түңәрәгенә йөрөй

Тауыш биреү башланғанын онотмағыҙ, дуҫтар. Зөлхизә Сәлимова – Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы 2-се мәктәптең VII синыф уҡыусыһы.

Барабансылар түңәрәгенә йөрөйБарабансылар түңәрәгенә йөрөй
Барабансылар түңәрәгенә йөрөй

Зөлхизә үҙенең тырышлығы һәм тәбиғи таланты менән айырылып тора. Ул нимәгә генә тотонмаһын, һөҙөмтәләре һәр ваҡыт юғары. Уҡыуҙа алдынғы, тиңдәштәренә - үрнәк.
Зөлхизәнең бәләкәй сағынан уҡ йырлауға һәләте бар. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбендә 7 йыл шөғөлләнә. “Байрам” өлгөлө вокаль ансамбле - райондағы һәр бер сараның биҙәге, республика, төбәк-ара, халыҡ-ара фестивалдәрҙең, бәйгеләрҙең лауреаты, еңеүсеһе. Зөлхизәнең бик күп ҡаҙаныштары араһындағы иң ҙур ғорурлығы - “Сулпылар-2019” балалар эстрада йырҙары телевизион конкурсында II урын яулауы.
Зөлхизә туған телен, мәҙәниәтен яҡшы белә һәм ярата. Ул ижади бәйгеләрҙең дә актив ҡатнашыусыһы. Ш.Бабич, М. Ғафури, А. Игебаев ижадына арналған республика конкурстарының , фәнни-ғәмәли конференцияның еңеүсеһе, призеры.
Шулай уҡ Балалар ижад йортонда барабансылар түңәрәгендә шөғөлләнә.
Киләсәге өмөтлө булған был иҫ киткес ҡыҙҙың яңы еңеүҙәрен һәм ҡаҙаныштарын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Барабансылар түңәрәгенә йөрөй
Барабансылар түңәрәгенә йөрөй
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас