Шәп егеттәр һәм ҡыҙҙар шул тиклем күп икән республикабыҙҙа! Һәр береһе еңеүгә лайыҡ. Шарттар буйынса еңеүселәр тауыш биреү һөҙөмтәһендә билдәләнде.
Ҡыҙҙар араһында Таңсулпан Хашимова (Әбйәлил, Шәрип), Азалина Сәйфуллина (Өфө), Зарина Шәрипова (Учалы) алға сыҡты. Гәзиттең махсус призы менән Гөлназ Манапова (Бөрйән, Иҫке Собханғол) билдәләнә.
Егеттәрҙән Тимур Сәғитов (Өфө), Тимур Йәһүҙин (Өфө), Рәдиф Хәлитов (Бөрйән, Иҫке Монасип) - еңеүсе. Махсус призды Ислам Әхмәтовҡа (Иглин) бирергә ҡарар иттек.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла яҙыусы, шағирә Гүзәл Ситдиҡова үҙенең китабын бүләк итә. Редакциянан шулай уҡ Маҡтау ҡағыҙы әҙерләнә. Ә еңеүселәрҙе Өфөгә саҡырабыҙ, шәхсән яҙҙыҡ. Рәхмәт, дуҫтар!