Ҡар-буранға ҡарамай, һуңламай ғына килеп еткән бит әле үҙҙәре. Шәп егеттәр һәм ҡыҙҙар, шарттар буйынса, тауыш биреү һөҙөмтәһендә билдәләнгәйне. Бына улар: Таңсулпан Хашимова (Әбйәлил, Шәрип), Азалина Сәйфуллина (Өфө), Зарина Шәрипова (Учалы), Тимур Сәғитов (Өфө, Ноғай), Тимур Йәһүҙин (Өфө), Рәдиф Хәлитов (Бөрйән, Иҫке Монасип). Гәзиттең махсус призына Ислам Әхмәтов (Иглин) һәм Гөлназ Манапова (Бөрйән, Иҫке Собханғол) лайыҡ булды.
Йыйылыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, "Аманат" журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин һәм башҡа ҡунаҡтар сәләмләне. Башҡорт теле көнө, шулай итеп, бөтә башҡорт балалар баҫмаларын берләштерҙе - һәр редакция үҙ конкурстары һөҙөмтәләрен барланы.
"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" конкурсында еңгән һәр бала ижади номер әҙерләп килтергәйне: йыр һәм шиғыр ыңғайына моңланып та, бейеү менән дәртләнеп тә, "Урал батыр" эпосын тыңлап рухланып та алдыҡ. Был ҡыҙҙар һәм егеттәр - беҙҙең киләсәгебеҙ!
Бөтә ҡатнашыусыларға ла Ҡоролтайҙан, "Йәншишмә"нән һәм яҙыусы, шағирә Гүзәл Ситдиҡованан бүләктәр тапшырылды. Артабан да бергә булайыҡ, дуҫтар!
Рита Стеничкина һәм Лилиә Фазлетдинова фотолары.