Был мәртәбәле сараның маҡсаты булып уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү һәм Рауил Бикбаевтың ижади мираҫына ылыҡтырыу торһа, төп бурыс иһә балаларҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен үҫтереү, фекерләй, яҙа белгән һәләтле уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы күрә белеү, шағирҙың ижады менән ныҡлап танышыу ине. Архангел, Салауат, Дыуан, Бөрйән райондарынан, Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан һәм башҡа яҡтарҙан рухлы уҡыусылар йыйылды беҙҙең гимназиябыҙҙа.
Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ һәм жюри ағзалары - «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценттары Зөләйха Хәбибуллина менән Вадим Толомбаев, «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Лилиә Фазлетдинова, «Аманат» журналының бүлек мөхәррире Зилә Ғәлләмова, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Бикбай уҡыуҙары»нда ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәләмләне, йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм ижади уңыштар теләне.
Конкурсҡа бик бай, сағыу эштәр ҡабул ителде. Тимәк, тыуған ерем, туған телем, халҡым, тип янып йәшәгән шағирҙың тос фекерле, халыҡсан ижады бик күп уҡыусыларға, уҡытыусыларға яҡын һәм ҡәҙерле, тип әйтергә мөмкин. «Башҡортостан бында башлана...» номинацияһында - Айгүзәл Әхмәтйәнова (Салауат, Малаяҙ мәктәбе) менән Богдан Яковлев (Ишембай, Доставалов исемендәге кадет корпусы), «Минең яҙмышым» номинацияһында Илһөйәр Алламоратова (Өфө, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы), «Халҡыма хат» номинацияһында - Зилиә Маликова (Бөрйән), уҡытыусылар араһында үткәрелгән «Тыуған ил йөрәктә» номинацияһында Таңһылыу Батталова еңеп сыҡты. Рауил Бикбаевтың тормошо, ижадына арналған фәнни-эҙләнеү проекттары араһында иң яҡшыһы тип Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Ғәлим Батыршиндыҡы табылды.
Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл да «Йәншишмә» һәм «Аманат» хеҙмәткәрҙәре, Фәрзәнә Аҡбулатова, Башҡорт дәүләт педагогия унивеситеты уҡытыусылары махсус бүләктәр әҙерләгән.
«Бикбай укыуҙары» тамамланды, әммә беҙ һәләтле уҡыусылар менән хушлашмайбыҙ. Башҡорт телендә әҙәби әҫәрҙәр уҡыған рухлы, талантлы, үҙҙәре ижад иткән уҡыусылар киләһе йылдарға тағы ла күбәйер, тип ышанабыҙ. Юҡҡа ғынамы ни «Мәктәптә бит тибә ил йөрәге», тип әйтмәгән беҙҙең яратҡан шағирыбыҙ Рауил Төхвәт улы.
Илзирә Ғарифуллина, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы педагог-китапханасыһы.
Өфө ҡалаһы.