Ҡырҡлап эштең бишеһен һайлап алыу еңелдән булманы, әлбиттә. Әммә бәйге икән, еңеүселәр ҙә була. Бына улар: Ауырғазы районы Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы Аяз ШӘМСЕТДИНОВ (етәксеһе – Розалиә Йәлилова), Сибай ҡалаһындағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының VI синыф уҡыусыһы Айгүзәл ИСҠУЖИНА (Айгөл Исҡужина), Өфө ҡалаһындағы 263-сө балалар баҡсаһынан Артём ҒӘЛИМОВ (Лилиә Вәхитова), Сибай ҡалаһындағы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Юлиана ҒӘЗИНА (Әлфиә Ташбулатова) һәм Салауат районы Малаяҙ балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө (Марина Байбулатова, Венера Хәлилова). Еңеүселәрҙе бүләк һәм Почёт грамотаһы көтә.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла шулай уҡ электрон Маҡтау ҡағыҙы әҙерләнә. Барлыҡ һүрәттәр ҙә гәзит биттәрендә донъя күрәсәк.