-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Ғинуар , 13:02

Бындай конкурстар ҡанат ҡуя

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты 2017 йылдан бирле «Йәш журналист» конкурсын ойоштора.

Бындай конкурстар ҡанат ҡуя
Бындай конкурстар ҡанат ҡуя

Уларҙы ҡеүәтләп, Башҡорт остан Башлығы гранттар фонды тарафынан ярҙам да күрһәтелгән. Ысынлап та, йәштәрҙе журналист һөнәренә ылыҡтырыу өсөн был сараның әһәмиәте ҙур. Быйыл башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш телдәрендә мәктәп уҡыусыларынан һәм студенттарҙан өс йөҙләп эш килгән. Башҡортостандан ситтән дә ҡатна шыу сыларҙың булыуы һөйөндөрә. Тимәк, был бәйгенең баһаһы ҙур, йәш ҡәләм тибрәтеүселәргә ҡанат ҡуйып та өлгөргән. Уҡыусыларҙан килгән эштәр араһында илһөйәрлек, телһөйәрлек темалары өҫтөнлөк итә. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Аллабирҙе дөйөм урта мәктәбе уҡыусыһы Дания Күҙбаева тыуған ауылы тураһында яҙа. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбенән Элина Сибәғәтуллина «Әгәр телем йәшәй икән, йәшәйәсәк хал ҡым да...» тигән мәҡәләһендә башҡорт телен һаҡлау, киләсәк быуындарға тапшырыу мәсьәләһен күтәрә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Алһыу Татлыбаева менән Күгәрсен районы Мораҡтағы Мортаза Рәхимов исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Эльвина Абдуллина Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олаталары тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлешә.

Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе уҡыусыһы Зарина Вәлиева нәҫелендә булған яугирҙар тураһында мәғлүмәт туплаған. Уның олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, бабаһына Афған яуын үтергә тура килгән, ә бер туған ағаһы МХО-ла башын һалған. Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Динара Латипова иһә Красноусолдағы шифалы тәбиғәт сығанаҡтары менән таныштыра. Тыуған яғында йәшәүсе өлгөлө кешеләр тураһындағы мәҡәләләр ҙә байтаҡ булды. Мәҫәлән, Мортаза Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Камила Зәйнуллина – беренсе уҡытыусыһына, Ырымбур өлкәһенең Төйлө- гән районы Аллабирҙе мәктәбе уҡыусыһы Аделина Исхаҡова менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбе уҡыу сыһы Даниэль Кәримовтар әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Әлеге йылда конкурста ҡатнашыусыларҙың публицистик стилдең төрлө жанрҙарына мөрәжәғәт итеүе, эҙләнеүҙәре лә һөйөндөрҙө. Араларында оҫта ғына итеп репортаж эшләүселәр ҙә бар ине. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт интернат-лицейы уҡыусыһы Хәким Ғарраповтың «Халыҡтар берҙәм леге көнө» тип аталған мәҡәләһен уҡығас, мәктәп уҡыусылары ойошторған был сараның уртаһында үҙең дә йөрөгән кеүек итеп хис итәһең. Ошо уҡ белем усағынан Динислам Кәримовтың тарих уҡытыусыһы, философия фәндәре кандидаты Артур Булатов менән эшләгән интервьюһы ла шәп. Стәрлетамаҡтағы 7-се мәктәп уҡыусыһы Нурзилә Рәжәпова «Интернет: дуҫмы әллә дошманмы?» тигән һорауға яуап эҙләй һәм беҙҙең һәр беребеҙгә уйланырға урын ҡалдыра.

– Был конкурстың әһәмиәте ҙур. Уҡыусылар үҙҙәренең эштәренә баһа ғына түгел, республиканың төрлө матбуғат баҫмаларында эшләгән журналистарҙан оҫталыҡ дәрестәре лә ала. Йылдан-йыл бәйгелә ҡатнашыу -сыларҙың географияһы киңәйеүе лә йәш хәбәрселәрҙең артыуын, был өлкәгә йәш быуындың ҡыҙыҡһыныуы ҙур икәнлеген күрһәтә, – ти проект етәксеһе, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Миләүшә Сынбулат ҡыҙы Арыҫланова. Киләһе йылдарҙа ҡатнашыусы уҡыусыларға бөгөндән яңы темалар эҙләй башлауҙарын, мат- буғат баҫмалары менән даими танышып барыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА, жюри ағзаһы.
Өфө ҡалаһы.

Бындай конкурстар ҡанат ҡуя
Бындай конкурстар ҡанат ҡуя
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас