Унда IV-XI синыф уҡыусылары ҡатнаша. Һәр конкурсант ике видеояҙма тәҡдим итергә тейеш: 1 минутлыҡ яңылыҡтар сығарылышы, йәғни диктор уҡыуы һәм "Урал батыр эҙенән" темаһына 2-3 минутлыҡ репортаж. Уларҙы sitdikova77@mail.ru электрон адресына 20 ғинуарға тиклем ебәрергә кәрәк.
Конкурс шарттары тураһында уның положениеһында тулы итеп яҙылған. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34791) 6-02-18.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 6 февралдә Учалы ҡалаһында уҙасаҡ.