Был конкурс — ярыш ҡына түгел, ә туған телде өйрәнеүселәрҙең, фекерҙәштәрҙең ҡоро, туған тел һәм рухиәт байрамы.
Быйыл был сара республика кимәлендә 39-сы тапҡыр үткәрелде.
Бәйгегә йыйылған уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен күрһәтте. Хәйбулла районынан да 9 уҡыусы көстәрен һынаны. 2-се Аҡъяр мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы Динә Әлибаева (етәксеһе — Үзбәкова Г. Д.) еңеүсе булһа, 1-се Аҡъяр мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Эльвина Нурғәлина (етәксеһе — Йәрмөхәмәтова В. Н.) һәм 3-сө Аҡъяр мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Элина Иштәкбаева (етәксеһе — Вәлитова Д. З.) призер исемдәренә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
Артабан да телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙа һеҙ алдынғылар сафында булырһығыҙ әле. Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ