-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Ғинуар , 15:13

Маладис, Вилдан!

Өфөләге Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Вилдан Хөрмәтуллин Түбәнге Новгородта үткән 28-се «Волга сувенирҙары» халыҡ-ара конкурсында II дәрәжә лауреат исемен яуланы. Был - уның беренсе уңышы түгел. Бик күп ҡала һәм халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашып, еңеүсе, лауреат булған.

Маладис, Вилдан!
Маладис, Вилдан!

Яңыраҡ "Харизма" халыҡ-ара конкурс-фестивалендә I урын алғайны.

- Йәш музыканттың уңыш сере - үҙе һайлаған музыка ҡоралын яратыуы һәм көн һайын сәғәттәр буйы шөғөлләнеүе, - ти малайҙың остазы, музыка мәктәбенең директоры Айнур Искәндәров.

Ҡотлайбыҙ!

Фото: com.

 

Маладис, Вилдан!
Маладис, Вилдан!
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас