Бәйгелә Өфөнөң ете районынан 42 тәрбиәсе һынау тотто. Шуларҙың уны призёр тип табылһа, туған телде өйрәнеүсе ойошмалар араһынан еңеүсе исеменә 40-сы башҡорт балалар баҡсаһынан Гөлназ Хисмәтуллина лайыҡ булды. Ә «Педагогик дебют» номинацияһында 144-се балалар баҡсаһынан Әлизә Ялмырҙинаға етеүсе табылманы.
Абсолют еңеүсе кем һуң? Совет районындағы 251-се балалар баҡсаһынан Алһыу Селезнёва! Ул кескәйҙәр менән инде 9 йылдан ашыу эшләй икән.
– Конкурс еңелдән булманы. «Балалар менән педагогик сара», «Ата-әсәләр менән педагогик сара», «Оҫталыҡ дәресе», «Блиц-турнир» һәм «Мәғариф форсажы» тигән турҙарҙы үттек. Яңы танышыуҙар, тәжрибә менән уртаҡлашыу, абруйлы жюри ағзалары менән аралашыу, шәхси үҫеш – бәйгенән ҡәнәғәтмен! Совет районы мәғариф бүлегенә, миңә терәк булып торған коллективыма, остаздарыма ҙур рәхмәт! Ысынлап та, коллегаларым миңә ныҡ ярҙам итте, материалды бергәләп эшләнек, дәрестәр үткәреп ҡараныҡ. Мөдиребеҙ Марина Головина, конкурсҡа әҙерләүсе етәкселәрем Елена Марковникова һәм Светлана Титованың таянысын һәр саҡ тойҙом. Улар булмаһа, еңмәҫ тә инем, бәлки. Мин икеләнгәндә көс бирҙеләр, – ти Алһыу Ришат ҡыҙы.
Тәрбиәсе-логопед дәрестәрҙә махсус конструктор менән эш итә. Уны ла бергәләп уйлап сығарғандар. Ҡулайлама кескәйҙәрҙә моториканы, фантазияны үҫтерә. Балалар конструкторҙан айырыуса лабиринт эшләргә, өй, карап, самолёт «төҙөп» уйнарға ярата, ти педагог.
Алһыу Селёзнева үҙе – Шишмә районы ҡыҙы. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Әсәһе Әлмира Өлфәт ҡыҙы менән инде 40 йыллап балалар баҡсаһында эшләүсе ҡәйнәһе Алтын Бәхет ҡыҙы – уға өлгө һәм ярҙамсы. Алһыу Ришат ҡыҙын ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!