+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
31 Ғинуар , 17:42

Толоп байрамында ҡатнаштыҡ!

Бөгөн "Нефтехимик" мәҙәниәт һәм ял паркында 263-сө балалар баҡсаһының 4-се «Бал ҡорто» өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған «Толопфест» байрамында ҡатнашты.

Толоп байрамында ҡатнаштыҡ!Толоп байрамында ҡатнаштыҡ!
Толоп байрамында ҡатнаштыҡ!

Фестивалдең төп үҙенсәлеге — милли колорит. Байрам ҡунаҡтары тундар, быймалар, уңайлы шәлдәр һәм тире бүректәр кейеп килделәр. Был кейемдәр тамырҙарыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙгә хөрмәтте күрһәтә. Фестивалдә ҡатнашыусылар уҡ атыуҙа, мас-рестлингта, быйма ырғытыуҙа, тоҡ менән һикереүҙә, футбол уйынында ярышты.
Был онотолмаҫлыҡ ваҡиға балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең күңелендә мәңге иҫтә ҡалыр, тип ышанабыҙ.
Тәрбиәләнеүселәребеҙ үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, ә ата-әсәләр уларға әүҙем ярҙам итте. Беҙ бергәләп ысын спорт байрамы атмосфераһын булдырҙыҡ, унда һәр ҡатнашыусы үҙен иркен тойҙо. Бындай саралар спортҡа һөйөү тәрбиәләй, ғаилә бәйләнештәрен нығыта һәм халыҡтарҙы берләштерә, милли йолаларға ҡыҙыҡһыныу уята.

Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА, Руфина ҒӘЛИЕВА, тәрбиәселәр.

Өфө ҡалаһы.



Толоп байрамында ҡатнаштыҡ!
Толоп байрамында ҡатнаштыҡ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас