+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Февраль , 05:50

"Урал балалары тауышы" конкурсында ҡатнашығыҙ

Йәш сәсәндәрҙең "Урал балалары тауышы" республика конкурсы быйыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.

"Урал балалары тауышы" конкурсында ҡатнашығыҙ"Урал балалары тауышы" конкурсында ҡатнашығыҙ
"Урал балалары тауышы" конкурсында ҡатнашығыҙ

Бәйге сәсәнлек сәнғәтен һаҡлау,  йәш быуында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсаты менән ойошторола. 

Конкурста балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, урта педагогик белем биреү учреждениелары, мәҙәниәт министрлығының урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. 

 5-11, 12-16, 17-20 йәш категорияларында ярышасаҡтар. Башҡорт эпостарынан башҡорт телендә 4 минутлыҡ сығыш әҙерләргә кәрәк. Ойоштороусылар ғаилә менән сығыш яһауҙы хуплай, уларға өҫтәмә балл биреләсәк.

Конкурс ике этапта үткәрелә. Тулы мәғлүмәт менән положениеһында танышығыҙ: https://vk.cc/cU4Loa

Фото: rcntrb.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас