Бөйөк Ватан һуғышы яраларын да оноторлоҡ түгел – ветерандар сафы ныҡ һирәгәйһә лә, хәтирәләр йәшәй. Бөгөн махсус хәрби операция батырҙарын да данлайбыҙ. Ҡыйыулыҡ күрһәткән ир-егеттәребеҙ бик күп. Әйҙәгеҙ, беҙгә лә улар хаҡында яҙып ебәрегеҙ.
23 февралгә ҡарата “Ил һаҡсылары” акцияһын иғлан итәбеҙ. Үҙегеҙҙең яҡын кешегеҙ хаҡында ҡыҫҡаса ғына яҙып, уның рөхсәте менән фотоһын да һалһағыҙ, хәбәрҙәрегеҙ “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә һәм сайтыбыҙҙа урын аласаҡ. Ә иң матур яҙылған мәҡәләләр байрам алды һанында ла донъя күрер. Олатай, атай, ағайҙарыбыҙға бүләк эшләйек әле: улар хаҡында бар республика белһен, шулай бит?! Башланыҡ!