-7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Февраль , 09:40

Ҡарт олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Минең ҡарт олатайым Гәрәй Ибраһим улы Ғәзизов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ысын мәғәнәһендә ҡаһарман. Ул һуғыштан иҫән ҡайтып, лайыҡлы оҙон ғүмер кисергән. Ғүмер буйы Тыуған илен, тыуған ауылын, тормошто һәм хеҙмәтте яратып йәшәгән. Мин ҡарт олатайым тураһында атайым Филүс Рәмил улы Ғәзизов һөйләүе буйынса бик күп беләм.

Ҡарт олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
Ҡарт олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Ҡарт олатайым яу яланында дошмандарҙы аяуһыҙ ҡырған. Ул батыр, ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле, рухлы башҡорт һалдаты булған. Хатта яу яланында командир вазифаһын да башҡарған. Һуғышта уның уң ҡулын пуля ныҡ яралай. Ләкин һалдат бирешмәй, батырҙарса алыша. Ҡарт олатайым ҡаһарманлыҡтары өсөн бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.

Эшкә лә егәрле, һүҙгә маһир, аҡылға бик зирәк булған. Ул Ҡөрьәнде ғәрәп телендә бик матур уҡыған, ҡарт көнөндә ауылы Сәйетбабала данлыҡлы мулла ла булған.

Ҡарт олатайымдың Бөйөк Еңеүгә кереткән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Мин, бәләкәй генә бүләсәре, уның менән сикһеҙ ғорурланам! Матур иҫтәлектәрҙе беләм, өйрәнәм һәм күңел түремдә һаҡлаясаҡмын.

 

 

Алтынай ҒӘЗИЗОВА, III синыф уҡыусыһы.

Ғафури районы, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.

Ҡарт олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
Ҡарт олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас