Атайым мәктәптә яҡшы уҡыған. Бухалтер һөнәрен үҙләштереп эшләп алғас, әрме сафында танкист булып хеҙмәт иткән. Унан ҡайтҡас, урман хужалығы техникумында уҡып сыға.
Минең атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Емерек техниканы һә тигәнсе төҙәтә. Мунса мейестәрен иретеп йәбештереп эшләй, биҙәкле тәҙрә яңаҡтары, ишектәр яһай. Өйҙәге бөтә нәмә атайым ҡулдары менән эшләнгән. Нимәгә генә тотонһа ла, барыһын да еренә еткереп, оҫта итеп эшләп ҡуя.
Туғандарын, ярҙам һорап килгән кешеләрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Мәктәп, район конкурстарында беҙҙең менән бергә ҡатнаша. Беҙҙең йыйылыштарға йөрөй.
Атайым йәйен беҙҙе еләк-емеш йыйырға, тәбиғәт ҡосағына, төрлө урындарға ял итергә йөрөтә. Эштән арып ҡайтһа ла, кистәрен шахмат, шашка уйнай, төрлө башватҡыстар систерә.
Ә уның иң яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу. Йәй еттеме, һыу буйынан ҡайтышмай. Ҡайһы саҡ беҙҙе лә үҙе менән ала. Тотҡан балыҡтарын төрлөләндереп бешерә һәм беҙҙе һыйлай.
Атайым – минең өсөн терәк-таяныс. Атайлы булған өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтәм. Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Мин уны яратам.
Зилиә ХАЖИНА, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе уҡыусыһы.