Күп тә үтмәй, атайым әрме сафына алына. Моряк булып Баренц диңгеҙендә хеҙмәт итә ул. Караптарҙа йөрөүе, төрлө күнекмәләр үтеүе, һалдат тормошо тураһында һөйләгәндәрен ихлас тыңлайбыҙ. Унда һыу аҫты караптары ла булған икән. Атайымдың һөйләгәндәре буйынса диңгеҙҙәге моряк тормошон күҙ алдына баҫтырабыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙ беҙҙе физик яҡтан көслө булырға, сәләмәт тормош алып барырға өйрәтә.
Рәхимйән ҒӘЛИУЛЛИН, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.