Минең дә атайым – баһадир кәүҙәле, сибәр йөҙлө, көслө, батыр йөрәкле кеше. Уға ҡарап, үҙемде яҡлаулы тоям. Ул изге күңелле, мәрхәмәтле.
Атайымдың исеме – Байрас. Ул Себер тарафтарында вахта ысулы менән грейдер водителе булып эшләй. Уңған, тырыш кеше. Үҙенең көсө менән өй һәм мунса эшләне.
Атайымдың белгән һөнәрҙәре һанап бөткөһөҙ. Бар ергә лә өлгөрә, әсәйемә, туғандарыбыҙға, күршеләргә лә ярҙам итә. Берәй әйбер боҙолһа, тиҙ генә эшләп тә ҡуя.
Беҙҙең ғаиләлә төп һүҙҙе атай әйтә. Һорауҙар килеп сыға икән, унан кәңәш һорайбыҙ. Атайыбыҙҙы яратабыҙ, иҫән-һау эшләп йөрөүен теләйбеҙ.
Айнагөл ҠОЛБИРҘИНА, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.