-7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Февраль , 11:38

Оло йөрәкле атайым

Бөгөн мин  үҙемдең атайым тураһында яҙып үтмәксемен, сөнки ул мине, иң бәләкәсен, иркәләп, наҙлап ҡына үҫтерә.

Оло йөрәкле атайым
Оло йөрәкле атайым

Атайым Раян Нәҙербай улы Белорет районы Шығай ауылында дүртенсе бала булып донъяға килгән. Ул – баһадир кәүҙәле, сибәр йөҙлө, көслө, батыр йөрәкле кеше. Мәрхәмәтле, уңған, тырыш үҙе. Балта оҫтаһы булараҡ танылған. Ярҙам һорап килеүселәргә өй бураша, үҙебеҙгә лә йорт һалып, кәртә-ҡураны эшләп ҡуйған.

«Аталы бала – арҡалы бала”, – тиҙәр. Беҙ, ғаиләләге өс бала, атайыбыҙға арҡаланып үҫәбеҙ. Уның аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ. Ғаилә башлығы булғас, килеп тыуған мәшәҡәттәрҙе бергәләп хәл итәбеҙ. Атайым туғандары менән дә һәр саҡ яҡшы мөғәләмәлә, кәрәк саҡта уларға ярҙам ҡулы һуҙа.

Хәҙерге көндә атайым вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Мин уны һәр саҡ һағынып көтөп алам. Оло йөрәкле, изге күңелле атайым тураһында күпме генә яҙһам да, аҙ кеүек.

Әсәйебеҙ Гөлдәр Зиннур ҡыҙы менән артабан да бәхетле ғүмер кисереүен, иҫән-һау эшләп йөрөүен теләйем.

 

Гүзәлиә СӘЙФУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.

Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Оло йөрәкле атайым
Оло йөрәкле атайым
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас