«Өйҙә» медиаконкурсы Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.
Ҡатнашыр өсөн 8-17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең ғаиләһе тураһында 3 минутҡа тиклем горизонталь форматта видео төшөрөп ебәрергә тейеш.
Конкурс 3 этаптан тора:
1 этап. 30 мартҡа тиклем документ итеп айырым беркетелгән ғаризаны (Ҡушымта №1) һәм видеоны “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙгә
vk.com/tamir_telekanal шәхси хәбәр итеп ебәрергә кәрәк.
Ойоштороусылар 2-се этапҡа 15 иң яҡшы эште һайлап ала.
2 этап. Апрелдең беренсе декадаһында “Тамыр” телеканалының төркөмөндә тауыш биреү шарты буйынса 1 еңеүсе һайлап алына.
3 этап. Иң күп тауыш йыйған ғаилә 14 апрель Өфө ҡалаһына “Тамыр” телеканалының ҙур концертына саҡырыла һәм конкурстың төп призы – телевизор менән бүләкләнә.
Башланыҡ! Уңыштар теләйбеҙ!