+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
19 Февраль , 10:02

Икеләтә байрам

Шатлығым менән уртаҡлашам. Уҡытыусыбыҙ Розалия Әхмәт ҡыҙы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында "Кейекбаев уҡыуҙары”нда ҡатнашып, илһамланып ҡайттыҡ. Бик оҡшаны.

Икеләтә байрамИкеләтә байрам
Икеләтә байрам

Мин “Теле барҙың иле бар” тигән эҙләнеү эше менән сығыш яһаным. Минән өлкән апай-ағайҙарҙың сығыштары ла оҡшаны. Һөҙөмтәләр буйынса IX синыфта уҡыған ағайҙан ҡалышып, II дәрәжә диплом менән бүләкләндем. Шулай уҡ гимназиябыҙҙан Карина Ғизәтуллина һәм Сабина Сафина апайҙарҙың ижади эштәре өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Тағы ла бер шатлыҡлы яңылығым бар. Конференцияла билдәле виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ағай ҙа ҡатнашҡайны. Уның сығышын иҫем китеп ҡараным. Үҙем дә аҙыраҡ ҡумыҙҙа уйнай беләм, тик әлегә музыка ҡоралым ғына юҡ ине. Ә Кейекбаев уҡыуҙары мине ҡумыҙлы итте! Атайым яҡшы итеп сығыш яһағаным өсөн бүләкләне. Шатлығымдың сиге юҡ! Бына шулай Туған телдәр көнөндә икеләтә бүләкле булдым.

 

Әҙилә АҘНАБАЕВА, IV синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Икеләтә байрам
Икеләтә байрам
Икеләтә байрам
Икеләтә байрам
Икеләтә байрам
Икеләтә байрам
Икеләтә байрам
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас