-16 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Февраль , 16:51

Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...

Ун өсөнсө тапҡыр үткән «Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады» республика ижади проекттар конкурсы быйыл 70-ләп бәйгесене йыйҙы. Улар төрлө райондарҙан килгәйне.Билдәле филологтар, уҡытыусылар, журналистар, актёрҙарҙан торған баһалама ағзаларын Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Әхмәт ҡыҙы Хәбибуллина етәкләне.

Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...
Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...

– Башҡорт ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары араһынан тәүге трилогия авторы булған Зәйнәб Биишеваның ижадын хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ, өйрәнәбеҙ. Бөгөн залда уның ейәне Таһир Әминев менән килене Раушания Бәҙретдинова ла бар. Хөрмәтле жюри ағзалары, һеҙҙең ғәҙел баһағыҙға ышанабыҙ, – тип сәләмләне ҡунаҡтарҙы гимназия директоры Фәнил Нил улы Бүләков.
Алты секцияла эштәр ҡараған баһалама ағзаларына еңелдән булманы. Уҡытыу­сылар һәр уҡыусыһын ныҡлы әҙерләгән. Үҙ нәүбәтендә, балалар яҙыусының ижадын ентекле өйрәнгән һәм матур ғына проект эштәре килтергән.
Призлы урындарға килгәндә, уларҙың барыһын да һанап сығыу мөмкин түгел, шулай ҙа иң юғары баһа алғандарҙы әйтеп үтәйек. «Беҙ төҙөйбөҙ тормош - ысын кеше Ысын бәхет менән йәшәр, тип...» темаһына эштәр өс телдә башҡарылғайны. Башҡорт телендә – Ейәнсура районы Иҫәнғолдағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһынан Асҡар Юланов, урыҫ телендә – 140-сы башҡорт гимназияһынан Инесса Туҡтарова, инглиз телендә ошо уҡ белем усағынан Алиса Гәрәева һәм Глеб Трифилов еңеп сыҡты. Хужалар башҡа номинацияларҙа ла һынатманы: «Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала» конкурсында – Камилә Хәлилова, Зәйнәб Биишева шиғыр­ҙарын икенсе телдәргә тәржемә итеү бәйгеһендә – Милена Зиязова, ә сәхнәләштереүҙә «Таланттар ҡалаһы» студияһы иң-иңе булып танылды. Уҡытыусылар араһында иғлан ителгән онлайн конкурста Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан Роза Кузнецова еңде. Ҡал­ған ҡатнашыусылар ҙа Маҡтау ҡағыҙы алып һөйөндө.
«Йәншишмә» редакцияһы исеменән дә махсус бүләк әҙерләгәйнек. Ул ошо гимназияның I «Б» синыфында уҡыусы Таһир Омаровҡа тапшырылды. Малай әленән үк ғилми проекттар менән ҡыҙыҡһына, етмәһә, үҙе шиғыр ҙа ижад иткән. Йәнә еңеүселәр рәтендә үҙебеҙҙең йәш хәбәрселәрҙе күреү шатлыҡлы булды. Белорет районынан Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаева Шығай һәм Инйәр мәктәптәренән уҡыусылар килтергәйне. Гүзәлиә Сәйфуллина үҙ номинацияһында II урын һәм педагогия университетынан махсус бүләк алды. Ә инйәрҙәр (етәкселәре – Әлиә Марс ҡыҙы Саматова) сәхнәләштереүҙә ал бирмәне.
Проекттар конкурсы тамам. Әммә Зәйнәб Биишеваның Юлдаш менән Ҡыҙырасы, Һөнәрсе менән Өйрәнсеге, Емеше менән тағы әллә нисә быуын танышыр әле. Был геройҙарҙы онотоу мөмкин түгел.

Л. МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор һәм Г. Шәйхетдинова фотолары.

Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...
Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...
Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...
Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...
Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...
Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...
Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...
Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...
Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала...
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас