-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
21 Февраль , 10:15

Беҙ - баймаҡтар бит әле!

Башҡорт теле буйынса гел  бар бәйгеләрҙә лә ҡатнашып киләм.  Быйылғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала алған тәьҫораттарым менән уртаҡлашып китәйем әле. Был бәйгелә лә ихлас  ҡатнаштым. 

Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!

Бөтә Башҡортостандан, хатта сиктәш өлкәләрҙән йыйылған иң зирәк 372 ҡатнашыусының 22-һе Баймаҡ районынан ине.
Өс этаптан булған көсөргәнешле һынауҙы үтеп, 12 яҡташыбыҙ еңеүгә өлгәште. Шуныһы ҡыуаныслы - улар араһында беҙҙең лицейыбыҙҙың да ике уҡыусыһы ҡатнашты. X cиныфтан Илгизә Мөхитова еңеүсе булһа, уның синыфташы  Ғәзим Сыртланов призёр булды. Уларҙың етәксеһе - лицейыбыҙҙың тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Һиҙиәт ҡыҙы Сәйетҡолова. Был көндө мин улар өсөн ғорурланыу тойғоһо кисерҙем.
Өс көн буйына һуҙылған олимпиада осоронда барлыҡ ҡатнашыусыларҙы яҡын күреп, үҙ-ара дуҫлашып, бер-беребеҙгә өйрәнеп бөттөк. Бәйгелә ҡатнашҡан көндәр беҙҙең күңелдәрҙә яҡшы хәтирәләр булып оҙаҡ һаҡланыр әле. Бөтә республиканан йыйылған илһөйәр, телһөйәр, рухлы уҡыусылар менән танышыуыма бик шатмын! Йәшәһен, минең яратҡан башҡорт телем!


Азалиә ҠАСҠЫНОВА, йәш хәбәрсе.

Баймаҡтағы 4-се лицей.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас