+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
24 Февраль , 05:12

Йәгеҙ әле, атайҙар!

Өфөнөң 263-сө балалар баҡсаһында 4-се "Бал ҡорто" өлкән төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән атайҙар араһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Йәгеҙ әле, атайҙар!» тигән сара үткәрелде.

Йәгеҙ әле, атайҙар!Йәгеҙ әле, атайҙар!
Йәгеҙ әле, атайҙар!

Байрамда спорт уйындары ойошторолдо. Балалар шиғыр һөйләне, йырланы, ике командаға бүленеп ихлас ярышты, ә атайҙар футбол уйнаны.
Кескәйҙәр атайҙарына, олатайҙарына бүләк-открытка ла эшләгәйне.
Хөрмәтле атайҙар, олатайҙар! Һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы — Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Күк йөҙө һәр саҡ аяҙ , илебеҙ тыныс булһын!

Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА, Руфина ҒӘЛИЕВА, тәрбиәселәр.

Йәгеҙ әле, атайҙар!
Йәгеҙ әле, атайҙар!
Йәгеҙ әле, атайҙар!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас