Киң ҡарашлы, көслө рухлы, талантлы уҡытыусыларҙы асҡан был бәйге 31-се тапҡыр ойошторола.
Быйылғы конкурста барлығы 41 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың өсәүһе – Силәбе, Ырымбур өлкәләренән.
Баһалама ағзалары составына арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр инә.
Уларға яуаплы эштәрендә – еңеллек һәм ғәҙел баһалар, бәйгеселәргә сәм, илһам, дәрт теләйбеҙ!
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2026» төбәк-ара конкурсы яңы исемдәр асһын, телебеҙҙе яңы бейеклектәргә күтәрһен!
Фото һәм мәғлүмәт: Дневник конкурса "Учитель года башкирского языка и литературы" - 2026