Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
27 Февраль , 17:14

Стәрлетамаҡтан еңеп ҡайттылар

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар араһында йыл һайын Ҡышҡы Шайморатов уйындары үткәрелә. Быйылғы уйындар ике этаптан торҙо. Тәүгеһе кластың командирҙары өсөн онлайн рәүештә булды. Улар Рәсәй тарихы буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙе. Юғары балл йыйыусы командирҙар 7 кешенән торған командалары менән бергә республика этабына саҡырылды.Иң-иңдәр был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбенә йыйылды. Бәйгегә Хәйбулла, Ейәнсура, Белорет, Баҡалы, Иглин, Стәрлебаш, Архангел, Йылайыр райондары һәм Салауат, Өфө, Күмертау ҡалаларынан килеп еткәйнеләр.

Стәрлетамаҡтан еңеп ҡайттылар
Стәрлетамаҡтан еңеп ҡайттылар

Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл уҡыусылар спорт яғынан түгел, ә белем кимәле буйынса һынау тотто. Йәш шайморатовсылар был интеллектуаль уйында , башҡорт, рус, инглиз телендә төҙөлгән викторина һорауҙарына яуап биреп, М. Шайморатовтың биографияһы, уның тураһында халыҡ хәтере, 112-се кавалерия дивизияһының яу юлы, башҡорт батырҙары, тарих, хәрби оҫталыҡ буйынса белемдәрен күрһәттеләр.
Ярыш бик сәмле булды. Ете раундтан торған был уйында һигеҙенсе кластар араһында Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол ауылы Башҡорт гимназия-интернатының командаһы еңеүгә иреште. “Быйыл да шайморатовсыларҙың тырышлығы бушҡа булманы. Ҙур еңеүгә ирештеләр. Берәү ҙә һынатманы. Был уйында ҡатнашыусы командирыбыҙ Ғәйсәр Ишмөхәмәтов, Илназ Ғәлийәнов, Гүзәлиә, Гүзәл, Сөмбөл Исмәғилевалар, Илшат Сабиров, Асҡар Юланов – барыһы ла маҡтауға лайыҡ. Был уҡыусылар бар яҡлап өлгө булырлыҡ. Бөтәһе лә яҡшы уҡыйҙар, һәр эштә лә әүҙемдәр. Ысын илһөйәрҙәр үҫә, – тип ҡыуана класс етәкселәре Гөлбаныу Ирек ҡыҙы Исмәғилева.
Ейәнсуралар был уйындан күптәрҙе һоҡландырып ҡайтты. Әйткәндәй, улар йыл һайын да Йәйге һәм Ҡышҡы Шайморатов уйындарында еңеүселәр рәтендә икән. Афарин, шайморатовсылар!

Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас