Киңерәк алғанда, олимпиада Рәсәйҙең 72 төбәгендә тап туған телдәр буйынса ойошторола. Ике этаптан торған бәйгенең икенсе өлөшө ошо көндәрҙә генә Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетында уҙҙы.
Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинанан олимпиада хаҡында тулыраҡ һөйләүен үтендек.
– Ил кимәлендә был бәйгене башлап ебәргәндә, 5 кенә юғары уҡыу йорто инек. Хәҙер был һан 35-кә етте, – ти ул. – Тәүге йылды республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 300-ләп уҡыусы белемен һынап ҡараһа, быйыл онлайн этапҡа 800-гә яҡын уҡыусынан яуаптар килде. Шуларҙың 346-һын бөгөн беҙҙә сәләмләүемә шатмын. Географияны ҡараһаҡ, йылдағыса, иң ҙур команда – Ейәнсура районынан. Стәрлетамаҡтар ҙа ҡалышмай, Өфөләге Республика инженер лицей-интернаты ла маҡтауға лайыҡ. Иң-иңдәр генә еңеүсе буласаҡ. Ғөмүмән, олимпиада балаларға ҙур мөмкинлектәр аса.
Балалар аудиторияларға инеп урынлашҡас, бер нисәһе менән әңгәмәләшеп алдыҡ. Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһынан Яҙгөл Хәйруллина менән Зарина Сәйфуллина – X синыф уҡыусылары. Былтыр икенсе этапҡа үтеп тә килергә мөмкинлектәре булмаған, быйыл иһә маҡсаттарына ирешкәндәр.
– Минең өсөн эштәр ныҡ ауыр булманы, беренсе турҙы уңышлы ғына үттем, – ти Яҙгөл. – Әлегеһендә лә уңыш йылмайыр, тип ышанам. Етәксебеҙ Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханованы һынатмаҫҡа тырышырбыҙ инде.
Стәрлетамаҡтағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназиянан дүрт уҡыусы килеп еткән. Туғыҙынсыларҙың етәкселәре – Рузәлиә Ғәйнислам ҡыҙы Әлимғужина. Алһыу Татлыбаева быйыл яҡшы һөҙөмтәгә ирешеренә ышана. Былтыр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, призлы урынға сыға алманым, ти ҡыҙ.
Олимпиада күтәренке рухта башланып китте. Төрлө райондарҙан, ҡалаларҙан йыйылған уҡыусылар күнегеүҙәр эшләне, текст тәржемә итте, тест һорауҙарына яуап бирҙе. Шул арала әҙерләп алып килгән уҡытыусылары менән танышам.
– Быйыл бер уҡыусым менән килдек. Фәйез Ямалетдинов туғыҙынсыла белем ала. Әлегәсә бер тапҡыр ҙа ҡалдырмай ҡатнашып килә балаларыбыҙ, призлы урындар ҙа яулайҙар, – ти Белорет районы Үткәл мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурсилә Фәтих ҡыҙы Йомағужина. Әйткәндәй, уның ҡыҙы Гөлсинә – тәүге йылдың еңеүселәренең береһе, әле тап Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетында уҡып йөрөй. Ә барлығы вузда ошондай 32 еңеүсе белем ала.
Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан да таныштарыбыҙ осраны. Сәриә Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡаһарманова менән командировка ваҡытында күрешкәйнек. Ул был юлы өс ҡатнашыусы килтергән. Педагог элекке уҡыусылары менән дә ғорурлана ала – уҙған йылдарҙа еңеүсе булған Регина Ғәлиева һәм Зөлхизә Энеева әле шулай уҡ ошо факультетта уҡып йөрөй икән. Тап әлеге олимпиадала ҡатнашҡандан һуң Зөлхизәлә башҡортлоҡ хисе тағы ла нығыраҡ уянды, артабан белем алырға филологияға барасағын хәл итте, ти уҡытыусы. Бындай саралар балаларҙың күҙҙәрен аса, бер баҫҡысҡа юғарыраҡҡа күтәрә бит, тигән фекерен дә белдерҙе.
Уҡытыусылар ҙа буш ултырманы: улар өсөн файҙалы семинар ойошторолдо.
Олимпиада үтте, һөҙөмтәләр барлана. Туған телебеҙҙе һәм әҙәбиәтебеҙҙе иң шәп белеүселәрҙе июнь айында ҡотлаясаҡбыҙ. Ә башҡа уҡыусыларға теләгебеҙ – әйҙә, һеҙ ҙә әҙерләнегеҙ, ҡатнашығыҙ!
Автор фотолары.