Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Февраль , 09:10

Баймаҡта — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары

Баймаҡ районының Түбә мәктәбендә  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының туған телде уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға арналған район семинары уҙғарылды.

Баймаҡта — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары
Баймаҡта — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары

Семинарҙа ҡатнашыусылар мәктәптә урынлашҡан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғариповаға бағышланған музей кабинетында һәм «Ауылымдың Тарихы. Еңеүгә алтын өлөш» музейында булды.
Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған инша һәм хикәйә яҙыу буйынса район конкурсы еңеүселәрен һәм призёрҙарын тәбрикләү көндөң иң сағыу өлөшө булғандыр.
Талантлы уҡыусылар  Почёт грамоталары, аҡсалата бүләктәр һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.

Шулай уҡ был сарала гәзитебеҙ ойошторған «Өскөл хаттар» акцияһында әүҙем ҡатнашҡан уҡытыусыларға ла Баймаҡ районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Әлиә Ғәббәс ҡыҙы Әминева «Йәншишмә» гәзитенең Маҡтау ҡағыҙын  тапшырҙы.  Бына улар — Дилә Әҙеһәм ҡыҙы Исхаҡова (Түбә мәктәбе), Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина (Кәрешкә мәктәбе) һәм Сәриә Иштуған ҡыҙы Ишмырҙина (Бикеш мәктәбе). Афарин! Һәр ваҡыт шулай әүҙем булығыҙ. Һеҙгә еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: Баймакский район Республики Башкортостан

Фото: Д. Исхаҡова.

Баймаҡта — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары
Баймаҡта — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары
Баймаҡта — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары
Баймаҡта — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары
Баймаҡта — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары
Баймаҡта — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас